ЗЕМСТВО МӘКТӘПТӘРЕ, башланғыс халыҡ училищелары, башланғыс дөйөм белем биреү уҡыу йорттары. “Губерна һәм өйәҙ земство учреждениелары тураһында положение” б‑са ойошторола (1864). Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Башлыса ауыл ерендә асылалар, земстволар һәм айырым кешеләр аҡсаһына тотолалар. Земстволар, нигеҙҙә, финанс‑хужалыҡ мәсьәләләрен (мәктәптәр төҙөү һәм уларҙы тотоу, мәктәп биналарына түләү һ.б. өсөн аҡса йыйыу) хәл итә. Мәктәптәрҙең идара итеү һәм уҡытыу эштәрен министрлыҡ тәғәйенләгән халыҡ училищелары инспекторы һәм училище советы (составына земствоның 2 вәкиле ингән) алып бара, ләкин ғәмәлдә З.м. губерна һәм өйәҙ башҡармалары етәкселек итә. Бөтә ҡатлам һәм милләт балалары ла ҡабул ителә. Уҡыу түләүһеҙ була, донъяуи белем бирелә. Мәктәптәр айырым (ир балалар, ҡыҙ балалар өсөн) һәм ҡатнаш була. 3 йыллыҡ 1 комплектлы (1 уҡытыусы, уҡыусылар һаны 50‑нән артмай) З.м. киң таралыу ала, 4 йыллыҡ 2 комплектлы (2 уҡытыусы, 50‑нән ашыу уҡыусы) мәктәптәр ҙә эшләй. 1 комплектлыларҙа уҡырға, яҙырға, арифметикаға өйрәтәләр; 2 комплектлыларҙа ш. уҡ тарих, геометрия, тәбиғәт белеме нигеҙҙәре уҡытыла; ике тибында лә Алла Ҡануны инә. Урындағы үҙидара органдары һәм йәмәғәтселек тырышлығы арҡаһында З.м. уҡытыу сифаты юғары була, матди тәьминәт (уҡыу әсбаптары һәм дәреслектәр м‑н яҡшыраҡ тәьмин ителә, күбеһенең китапханаһы була), уҡытыусыларҙың эш хаҡы, халыҡтың белем алыу мөмкинлеге б‑са министрлыҡ мәктәптәренән һәм сиркәү‑мәхәллә мәктәптәренән өҫтөн тора. З.м. уҡытыуҙың яңы һөҙөмтәле ысулдары: грамотаға өйрәтеүҙең өнлө ысулы (хәреф ҡушып яҙыу урынына), аңлатмалы уҡыу, күргәҙмәле уҡытыу ҡулланыла. 1918 й. З.м. ябыла йәки берҙәм хеҙмәт мәктәптәренең төрлө типтарына үҙгәртелә (ҡара: Дөйөм белем биреү мәктәптәре). Өфө губернаһында 19 б. 2‑се ярт. башланғыс мәктәптәрҙең 42%‑ы — земствоға, 33%‑ы — сиркәү ведомствоһына, 25%‑ы Халыҡ мәғарифы министрлығына ҡарай. 1900 й. — 314, 1910 й. — 666; 1917 й. 1339 З.м. иҫәпләнә, шуларҙың 1296‑һы — 1 комплектлы, 43‑ө 2 комплектлы була. З.м. Өфө губ. йәшәүселәр араһында наҙанлыҡты бөтөрөү йәһәтенән һиҙелерлек роль уйнай. Башлыса казак мәктәптәре эшләгән Ырымбур губернаһында З.м. аҙ була.

А.Ф.Илтенбаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика