ГЕОЛОГИЯ ҺӘМ ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР МУЗЕЙЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1934 й. Башҡ‑н геол. разведка тресы эргәһендәге Геол. музейы булараҡ ойошторола, 2003 й. алып Башҡортостан Республикаһының Геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейы. Музей фондында 5,5 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге. 3 залда урынлашҡан экспозицияла тау тоҡомдары һәм минералдар коллекцияһы бүлектәр б‑са күрһәтелгән: “Төбәк геологияһы”, “Файҙалы ҡаҙылмалар”, “Төҫлө таштар һәм минералдар”; лекция залы бар. Музейҙа төрлө конференциялар һәм семинарҙар үткәрелә.

Ә.Б.Ғимаҙиева

Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика