ИВАНОВ К. ЙОРТ-МУЗЕЙЫ, Бәләбәй р‑ны Ыҫлаҡбаш а. урынлашҡан. 1940 й. К.В.Ивановтың тыуыуына 50 йыл тулыу айҡанлы 1906 й. Ивановтар ғаиләһе һалған йортта ойошторола; 1962 й. алып Милли музей, 2002 й. — Милли әҙәби музей филиалы, 2006 й. — Ыҫлаҡбаш а. музей комплексы составында. Мемориаль музей фондында 1,5 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. “Нарспи” (Ҡазан, 1919) поэмаһы, шағирҙың шәхси әйберҙәре, атаһының, әсәһенең, ағаһы Квинтилиандың Иванов үҙе төшөргән портреттары. 4 залда урынлашҡан экспозиция шағирҙың тормошона, ижадына арналған әҙәби бүлектән һәм Ивановтар йортоноң интерьеры тергеҙелгән мемориаль бүлектән тора.

Л.А.Чишкова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.