ДРЕЧИН Семён Владимирович (Вульфович) (24.12.1914, Минск — 1.8.1993, шунда уҡ), балет артисы, балетмейстер. Белорус ССР‑ының халыҡ артисы (1954). 1933—41 йй. һәм 1945 й. алып Белоруссия Ҙур опера һәм балет театры (Минск) балетмейстеры, 1941—44 йй. СССР‑ҙың Ҙур театры солисы, 1963—66 йй. Һарытау опера һәм балет театры балетмейстеры. Опера һәм балет театрында Д. И.Штраустың “Зәңгәр Дунай” (“Голубой Дунай”; 1959), Э.Григтың “Сольвейг” (1961), М.Равелдең “Болеро”, “Шопениана” (икеһе лә — 1962), “Гөлнәзирә” (1963) спектаклдәрен ҡуя. Д. ҡуйған спектаклдәр драматик йөкмәтке бөтөнлөгө, тотошлай бейеүгә ҡоролоуы, симфоник бейеү формалары ҡулланылыуы м‑н айырыла. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1950).

Н.А.Жиленко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке