ГАГАРИН Ю.А. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ, ФӘН ҺӘМ ТЕХНИКА ЙОРТО, “Туймазанефть” НГДУ‑һы ҡарамағында. 1953—94 йй. Октябрьский ҡ. эшләй. 550 һәм 150 урынлыҡ 2 тамаша залы, грим бүлмәләре, түңәрәктәр эше өсөн бүлмәләре, китапханаһы була. Мәҙәниәт йортонда 7 үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы эшләй: “Джаз-ансамбль” (1972, 1984 й. “халыҡ” исемен ала; етәксеһе З.Р.Хәйруллина) вокаль, “Ритмы времени” эстрада бейеү ансамблдәре, башҡ. театры (1949, 1951 й. алып “халыҡ”; етәксеһе Р.Р.Низамов) һ.б. Мәҙәниәт йортонда НГДУ белгестәре өсөн семинарҙар, нефть сығарыу сәнәғәте пр‑тиелары ҡаҙаныштары күргәҙмәләре, ҡала мәҙәни-күмәк саралары үткәрелгән. Мәҙәниәт йорто бинаһы хәҙ. Октябрьский музыка училищеһына ҡарай.

С.Д.Фазылова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика