ҒӨБӘЙҘУЛЛИН М.Х. МУЗЕЙЫ, Миәкә р‑ны Өршәкбаш-Ҡарамалы а. урынлашҡан. 1965 й. ойошторола, 1991—2006 йй. Милли музей филиалы, 2010 й. алып Үҙәк мәҙәниәт һарайы (Ҡырғыҙ-Миәкә а.) составында. Экспозицияһы 1982 й. асыла. Музей фондында 270‑тән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. М.Х.Ғөбәйҙуллиндың шәхси әйберҙәре, тальян гармуны, часть командиры Н.Н.Пеньковтың геройҙың ата-әсәһенә уның батырлығын һүрәтләп яҙған хаты. 2 бүлектән торған экспозицияға Ғөбәйҙуллиндың, М.И.Абдуллиндың, И.В.Максимчаның һәм районда тыуған башҡа һуғыш ветерандарының тормошо һәм батырлығы т‑дағы фотодокументтар, материалдар ҡуйылған.

Л.А.Чишкова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика