ҒИЛМИ МЕДИЦИНА КИТАПХАНАҺЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1953 й. Өфө санитария мәғарифы йорто (ҡара: Медицина үҙәктәре) китапханаһы базаһында ойошторола, 2003 й. алып Медицина мәғлүмәт‑аналитика үҙәгенең Ғ.м.к. фондында 120 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. мед. б‑са 230 һирәк китап, 200‑ҙән ашыу периодик баҫма (15‑е — инглиз телендә), 900‑ҙән ашыу диссертация һәм 200 мең автореферат бар (2011). Йылына 6,5 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Ғ.м.к. БР‑ҙың дауахана һәм медицина китапханалары өсөн методик әсбаптар, библиографик белешмәләр, йыллыҡ календарҙар, кварталлыҡ бюллетендәр һ.б. нәшер ителә. Мәғлүмәт, белгес көндәре, конф. үткәрә; тематик күргәҙмәләр ойоштора. Китапхана м‑н БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре С.С.Калашникова, БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы В.М.Ҡудашева эшмәкәрлеге бәйле. Ғ.м.к. бинаһы — 19 б. аҙ. архитектура ҡомартҡыһы.

Әҙәб.: А б д у л л и н В.Ф. Состояние библиотечно‑библиографического обслуживания медицинских работников Республики Башкортостан //История, современное состояние и перспективы здравоохранения Республики Башкортостан. Уфа, 1999.

Р.Н.Нуриева

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Яндекс.Метрика