ҒИЛМИ КИТАПХАНА. РФА‑ның Өфө ФҮ ҡарамағында. Өфөлә урынлашҡан. 1951 й. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты китапханаһы базаһында ойошторола. Фондында 720 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 290 мең китап, 1650 периодик баҫма (850‑һе — сит телдәрҙә), 20 мең карта, микрофильм, микрофиша, 1,7 мең диссертация һәм 8 мең автореферат (2011), бар; Башҡортостан тарихы, археологияһы һәм этнографияһы б‑са 16—19 бб. баҫмалары, ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фонды, ш. уҡ Г.В.Вахрушев, Р.Д.Оболенцев, С.Р.Рафиҡов, К.В.Сальников, Ҡ.З.Әхмәров һ.б. шәхси китапханаларынан китаптар һаҡлана. Йылына 2 меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерә. Китапханала библиографик белешмәләр нәшер ителә. Ғ.к. м‑н уның беренсе дир. Р.Х.Ғайсина эшмәкәрлеге бәйле.

Әҙәб.: М а н к е в и ч О.Г. Научная библиотека УНЦ РАН: хранилище знаний, центр информации //Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 1999. Т.4. №4; М а н к е в и ч О.Г., Б а р ы к и н а В.С. Редкие книги Научной библиотеки УНЦ РАН //Там же. 2001. Т.6. № 3.

О.Г.Манкевич

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика