ҒӘЗИЗ ӘЛМӨХӘМӘТОВ МУЗЕЙЫ, Көйөргәҙе р‑ны Яңы Мораптал а. урынлашҡан. 1995 й. хәрби һәм хеҙмәт даны музейы базаһында (1988) Ғ.С.Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторола; 2006 й. тиклем Милли музей филиалы. Музей фондында 1 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Әлмөхәмәтовтың тормошо һәм эшмәкәрлеге, райондан сыҡҡан билдәле кешеләр Б.Бикбай, М.Ғ.Ҡужаҡов һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар т‑да документаль материалдар һәм фотолар; 19 б. — 20 б. башы башҡ. ғаиләһенең йәшәү рәүешен сағылдырған кейемдәр, көнкүреш кәрәк‑ярағы, хеҙмәт ҡоралдары һаҡлана. 3 залда урынлашҡан экспозиция этнография, мемориаль һәм ауыл тарихы бүлектәренән тора.

М.З.Әсәҙуллина

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика