ҒАФУРИ М. МЕМОРИАЛЬ ЙОРТ-МУЗЕЙЫ. 1964—2000 йй. Милли музей, 2001 й. алып Милли әҙәби музей филиалы. Өфөлә урынлашҡан. М.Ғафури 1923—34 йй. йәшәгән йортта 1948 й. ойошторола. Музей фондында 1,7 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. М.Ғафуриҙың шәхси әйберҙәре: пианино, көмөш портсигар, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы билеты, яҙыусы әҫәрҙәренең ҡулъяҙмалары, Еҙем-Ҡаран а. (Ғафури р‑ны) йортоноң макеты, П.Г.Тычинаның “М.Ғафури ижадында патриотизм” (“Патриотизм в творчестве М.Гафури”; 1942) китабы, бар. 7 залда урынлашҡан экспозицияға фотодокументтар, шағирҙың тормошо һәм ижады т‑дағы материалдар ҡуйылған, М.Ғафури фатирының интерьеры тергеҙелгән. Бина — 19 б. аҙ. архитектура ҡомартҡыһы.

Әҙәб.: М.Ғафуриҙың Өфөләге йорт-музейы=Дом-музей Мажита Гафури в Уфе. Өфө, 1998.

Ә.В.Шәрипова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика