ҒАФАРОВА Зинфира Хөсәйен ҡыҙы (5.4.1936, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Күҙәй а.), китапханасы, библиограф. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1988). Өфө китапхана техникумын тамамлағандан һуң (1954) Саҡмағош р‑нында эшләй: Яңы Балтас а. китапхана мөдире, 1956 й. алып Саҡмағош а. балалар китапханаһы хеҙм-ре, 1957 й. — район китапханаһы мөдире, 1976—93 йй. райондың үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры. Ғ. етәкселек иткән китапхана йыйылма каталогтар төҙөү, китапхана системаһын үҙәкләштереү б‑са алдынғы тәжрибә мәктәбе була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1976).

Р.В.Гәрәев

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика