ҒАРИПОВ Р. МУЗЕЙЫ. Салауат р‑ны Арҡауыл а. урынлашҡан. 1989 й. Милли музей филиалы булараҡ ойошторола, 2002—2006 йй. Милли әҙәби музей филиалы. Әҙәби музей фондында 300‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Р.Й.Ғариповтың шәхси әйберҙәре, китаптары, “Һабантурғай йырҙары” (1964) һәм “Осоу” (1966) шиғырҙар йыйынтыҡтарының ҡулъяҙмалары, шағирҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге т‑дағы материалдар. 2 залда урынлашҡан экспозицияға ш. уҡ этнография һәм 20 б. уртаһы биҙәү-ҡулланма сәнғәте предметтары ҡуйылған.

Г.Р.Ҡунафина

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018