ВЕРБИЦКАЯ Галина Яковлевна (29.9.1960, Өфө), театр белгесе. Сәнғәт ф. канд. (2008). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2006). БДУ‑ны (1983), ГИТИС‑ты (1989; Н.И.Эльяш курсы) тамамлаған. 1988 й. алып ӨДСА‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре БР‑ҙың һәм РФ‑тың театр сәнғәтенә, А.П.Чехов драматургияһына (ҡара: Театр ғилеме) арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт, театр вуздары өсөн 2 уҡыу программаһы авторы.

Әҙәб.: Театр в пьесах, спектаклях и лицах (драматическая сцена Башкортостана в 70— 90-е годы ХХ века). Уфа, 2002 (авторҙ.); Традиции поэтики А.П.Чехова в современной отечественной драматургии 80-х—90-х годов (пьесы Н.Коляды в чеховском контексте). Уфа, 2002; Отечественная драматургия 70-х—90-х гг. ХХ века в контексте чеховской поэтики. Концепция Человека. Уфа, 2008.

Т.Н.Хәйбуллина

 Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика