ВӘЛИДИ Ә.-З. МУЗЕЙЫ, Милли музей филиалы. Ишембай р‑ны Көҙән а. урынлашҡан. 1993 й. ойошторола. Экспозицияһы 1994 й. асыла. Музей фондында 1780‑дән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ә.Ә.Вәлидовтың профессор мантияһы, яҙыу приборы, шәхси документтары һәм фотографиялары. 2 залда урынлашҡан экспозицияла Вәлидовтың фәнни һәм ижт.-сәйәси тормошо т‑да документаль материалдар күрһәтелгән, ул тыуған, бала сағын һәм үҫмер йылдарын үткәргән йорттоң интерьеры булдырылған.

 Л.А.Чишкова

Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика