ВАГИН Георгий Дмитриевич (11.2.1908, Өфө — 1982, шунда уҡ), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1935). Ленинград юғары художество-техник ин‑тын тамамлаған (1929). 1930 й. алып Өфөнөң төҙөлөш һәм проект ойошмаларында эшләй. 1933 й. башлап БАССР‑ҙың Еңел сәнәғәт ХК архитекторы, 1935—60 йй. “Башпроект” ин‑тының проекттар архитекторы, баш архитекторы, бер үк ваҡытта 1937—39 йй. Өфө коммуналь-төҙөлөш техникумында уҡыта. В. проекттары б‑са Өфөлә Йорт-коммуна (1930‑сы йй.), Белгестәр йорто (1937; авторҙаш), БАССР‑ҙың Еңел сәнәғәт ХК бинаһы (1938; хәҙ. БДПУ‑ның төп корпусы; авторҙаш), “Большевик” стадионы (1947; ҡара: “Хеҙмәт”), ш. уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Белорет ҡҡ. торлаҡ йорттар (ш. иҫ. Өфө паровоздар ремонтлау з‑ды эшселәренең торлаҡ йорто, 1948; авторҙаш) төҙөлгән. СССР Архитекторҙар союзының Башҡ‑н бүлексәһен ойоштороусыларҙың береһе.

Ф.Б.Кәлимуллин

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика