ВЕЛОСИПЕД СПОРТЫ БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1981 й. ДЮСШ булараҡ ойошторола, 2003 й. алып велосипед спорты б‑са респ. балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Ағиҙел, Белорет, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ һ.б. ҡалаларҙа филиалдары бар. Мәктәп базаһында “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге асылған (1986). Мәктәптә 240‑тан ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 12 уҡытыусы- тренер эшләй (2012). Тренажёрҙар залы, спорт инвентарын ремонтлау оҫтаханалары, ял бүлмәләре һ.б. бар. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.В.Арекеев, А.Б.Бакалов, А.Г.Беспалов, Д.С.Бондаренко, В.Н.Гусев, Д.В.Ғәйнетдинов, Д.Н.Дементьев, В.В.Кокорин, А.В.Колобнев, Р.И.Ҡәйүмов, Е.В.Петров, Д.А.Съёмов һ.б. 80‑дән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән. Мәктәп м‑н Р.Н.Латипов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Б.В.Бутюгов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика