ЕҢЕЛ АТЛЕТИКА, спорт төрө, төрлө дистанцияларға йүгереүҙе һәм йөрөүҙе, оҙонлоҡҡа һәм бейеклеккә һикереүҙе, спорт снарядтарын ырғытыуҙы, еңел атлетика күпбәйгеләрен үҙ эсенә ала. Башҡортостанда Е.а. 20 б. 20‑се йй. башынан үҫешә. 1923 й. Е.а. 1-се Бөтә Башҡортостан олимпиадаһы программаһына индерелә. 1932 й. респ. еңел атлеттары Урал-Кузбасс спартакиадаһында ҡатнаша. 1937 й. М.Иркин Бөтә Союз ауыл ярыштарында йәштәр араһында еңеүсе була. 1946 й. Өфө йәштәр спорт мәктәбендә Е.а. бүлеге асыла (ҡара: Юғары спорт оҫталығы мәктәбе). Өфөлә марафон йүгереше б-са СССР кубогы (1988) һәм Рәсәй чемпионаты (2003), экиден б-са (2002), күреү б‑са (2010), ярым марафон б‑са (2013) спортсы-инвалидтар араһында Рәсәй чемпионаттары уҙғарыла. Респ. йыл һайын Е.а. б-са бөтә Рәсәй һәм респ. ярыштары үткәрелә (ҡара: Һәүәҫкәр йүгереүселәр клубтары, “Марафон”), 1997 й. алып Бөрө ҡ. бейеклеккә һикереү б-са “Бөрө сиңерткәһе” респ. турниры уҙғарыла. Халыҡ-ара ярыштарҙа юғары ҡаҙаныштарға Н.З.Айтмөхәмәтов, Г.А.Андреев, В.Ф.Анохин, Р.К.Аритҡолов, Р.А.Баталова, Г.Е.Богомолова, Р.М.Буранғолова, В.Н.Бычков, С.А.Гармс, Н.В.Ғәлләмова, Н.Н.Ерофеева, Е.А.Жданова, С.Л.Каледин, Е.В.Каледина, В.М.Ҡашаев, П.В.Кокин, Т.Р.Лебедева, А.В.Макурин, Л.М.Матвеева, Е.О.Паутова, А.С.Помыкалов, И.В.Помыкалов, С.А.Севостьянов, Э.Д.Төхбәтуллин, В.В.Чернова, Л.Б.Шобухова, Р.Ш.Әфтәхов, Ю.Р.Әхмәтдинова һ.б. ирешә. СССР чемпиондары: М.Ғ.Абдуллин (1972, 1975), С.А.Васькова (1972), Е.В.Мышинская (1977—79 үҫмер спортсылар араһында), В.Б.Криуллин (1980—81), Р.Н.Ширғәзина (1984); СССР чемпионаттарының көмөш призёрҙары: Н.А.Румянцев (1960), М.Х.Яруллин (1973), Абдуллин (1974), Ширғәзина (1986); бронза призёрҙары: П.С.Казанков (1951), Румянцев (1962). РСФСР чемпиондары: Румянцев (1955), А.Н.Рубан (1956), М.Перевалушко (1962), Абдуллин (6 тапҡыр, 1972—76), Криуллин (1980—81), Ф.Ф.Хәйретдинов (1982, 1990). Рәсәй чемп.: Н.Х.Хөснуллин (1993, 1996, 1999), Хәйретдинов (1996), Р.Ф.Рәхимҡолова (2006), А.А.Сафронов (2011—12), Е.В.Николаев (2012—14) һ.б. Респ. Е.а. б-са спорт мәктәптәрендә 60-тан ашыу бүлек бар, уларҙа 5 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2011). 1961 й. алып БР Е.а. федерацияһы эшләй. Е.а. м-н тренерҙар Ә.Ғ.Агеев, Г.И. Алексеев, П.З.Буйлов, В.Н.Иванов, В.С.Иванова, В.И.Кривошеин, З.Й.Ҡунаҡҡужин, Р.Ә.Мөниров, М.П.Огородникова, Н.Я.Попов, И.С.Романов, Е.Г.Сенченко, Т.В.Сенченко, Г.А.Ушков һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

А.А.Сухогузов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика