ИСКӘНДӘРОВ Зөфәр Ғүмәр улы (8.10.1964, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Түб. Һаҙ а.), спортсы. Ҡышҡы полиатлон б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002). Урал физик культура акад. тамамлаған (1999). РОСТО‑ның балалар һәм үҫмерҙәр спорт‑техник махсус мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (Салауат ҡ., тренеры Р.Р.Вәлиев). Донъя (2001) һәм Рәсәй (1999, 2002) кубоктарын яулаусы, донъя (2002) һәм Рәсәй (1998, 2000—02) чемпионаттарының көмөш призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2001). 1997 й. алып “Снайпер” махсус ДЮСШ‑ның уҡытыусы-тренеры, 2009 й. — “Олимп” ДЮСШ‑ның (икеһе лә — Салауат ҡ.) өлкән уҡытыусы‑тренеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018