ИМАШЕВ Фәрхәт Рифҡәт улы (2.11.1966, Үзбәк ССР-ы Пушкин а/с), спортсы. Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1993). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (1993). ӨДАТУ спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Г.И.Мокеев, Э.Н.Нурмөхәмәтов, Р.С.Саяпов, В.Д.Чистонов). Кикбоксинг б‑са профессионалдар араһында донъя (1994), БДБ (1992—93) чемп.; Европа (1996), Азия (1995, 1997), Рәсәй (1992—96) чемп., Донъя кубоктарының — көмөш (1997, 1999), донъя чемпионаттарының бронза (1992, 1995) призёры. Сават б‑са Европа һәм Рәсәй чемп. (1996, 1998). Кикбоксинг б‑са Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1992—98).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018