“ИҘЕЛ”, физкультура‑спорт учреждениеһы — Инвалидтар йәмғиәте Башҡ‑н респ. ойошмаһының инвалидтар клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. ҡала клубы булараҡ ойошторола, 1993 й. респ. физкультура-спорт клубы, 1999 й. хәҙ. статусын ала. Тренажёр залы бар. Армспорт, ауыр атлетика, бильярд спорты, дартс, еңел атлетика, йөҙөү, өҫтәл теннисы, пуля менән атыу, саңғы ярышы, шахмат, шашка һ.б. секциялар эшләй. Тәрбиәләнеүселәр араһында Р.Р.Ғарифуллин, И.А.Зарипов, ш. уҡ 10 Рәсәй спорт мастеры. “И.” м‑н тренерҙар Ф.Ғ.Абдрафиҡов, М.Ғ.Абдуллин, Ф.Н.Ғабдуллин, В.А.Петров, Т.В.Щепетильников һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Ф.Н.Ғабдуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018