ЗУБКОВ Юрий Владимирович (17.7.1963, Стәрлетамаҡ ҡ.), тренер. Дзюдо б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2006), самбо (1982) һәм дзюдо (1988) б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры. РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (1998). Урал физик культура акад. тамамлаған (2000). “Хеҙмәт” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (Стәрлетамаҡ; тренеры Е.В.Гудков). Дзюдо б‑са “Балтика кубогы” бөтә Союз турниры еңеүсеһе (1988). Үҫмер спортсылар араһында самбо б‑са СССР беренселегенең бронза призёры (1982). 1984— 85 йй. 18‑се СПТУ‑ның дзюдо б‑са тренер‑уҡытыусыһы, 1986 й. алып Стәрлетамаҡ нефтехимия з‑дының спорт клубы һәм БР профсоюздары спорт йәмғиәте СДЮСШОР‑ы тренеры, 1993 й. — СДЮСШОР‑ҙың (бөтәһе лә — Стәрлетамаҡ) дзюдо б‑са тренер‑уҡытыусыһы. Тәрбиәләнеүселәре араһында С.Р.Зарипова, Р.Ғ.Шәһәрова, ш. уҡ 25‑тән ашыу Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика