ЗУБКОВ Александр Юрьевич (10.8.1974, Братск ҡ.), спортсы. Бобслей б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2003). Сана спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1994). 2000—02 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры Р.Ш.Фәйезов). 4 урынлы бобслей санаһында Олимпия уйындарының көмөш призёры (2006), Европа чемп. (2004), донъя чемпионаттарының көмөш (2005, 2008, 2013) һәм бронза (2003) призёры, дөйөм зачётта Донъя кубоктарын яулаусы (2005—06, 2009, 2012—13). 2 урынлы бобслей санаһында Олимпия уйындары чемп. (2014) һәм бронза призёры (2010), донъя (2011) һәм Европа (2008, 2011) чемп., донъя чемпионатының бронза призёры (2008), дөйөм зачётта Донъя кубогын яулаусы (2011). Олимпия уйындары чемп. (2014) һәм ҡатнашыусы (1998, 2002). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1999 й. алып). 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд., Дуҫлыҡ орд. (2007), 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы (2010) м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика