ЗИНКОВСКИЙ Евгений Валерьевич (23.12.1960, Өфө), спортсы. Хәҙерге бишбәйге б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1983). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1993). В.М.Зинковскийҙың улы. БАХИ‑ны тамамлаған (1986). “Уңыш” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе, 1983—89 йй. “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте өсөн сығыш яһай (тренеры Зинковский). Шәхси зачётта РСФСР кубогын яулаусы (1981), СССР чемпионаты (1987) һәм РСФСР кубогының (1983) — көмөш, донъя чемпионатының (1983) бронза призёры. Команда зачётында донъя чемп. (1983), СССР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (1983). Ереванда, Ленинградта (икеһе лә — 1983), Италияла (Рим, 1984), Францияла (Париж, 1986—87) халыҡ‑ара ярыштарҙа еңеүсе. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1982—86). 2006 й. алып Хәҙерге бишбәйге б‑са респ. СДЮСШОР‑ының тренер‑уҡытыусыһы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика