ЗИНКОВСКИЙ Валерий Михайлович (1.8.1937, Өфө), тренер. Хәҙерге бишбәйге б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1984), СССР‑ҙың спорт мастеры (1965). ӨАИ‑ны тамамлаған (1963). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. Команда зачётында РСФСР чемп. (1969). 1969 й. алып “Уңыш” ДСО‑һы Башҡ‑н өлкә советының өлкән тренеры, 1984–2006 йй. хәҙерге бишбәйге б‑са респ. СДЮСШОР‑ының тренер‑уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1983–87 йй. СССР йыйылма командаһы тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Е.В.Зинковский, ш. уҡ 20‑гә яҡын СССР спорт мастеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика