ЗАРИПОВ Ирек Айрат улы (27.3.1983, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Биатлон  һәм саңғы ярышы б‑са Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2010). Стәрлетамаҡ физик культура ин‑тын тамамлаған (2011). “Иҙел” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Ф.Н.Ғабдуллин). 2005 й. алып Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры А.А.Ғүмәров). 12,5 км һәм ҡыуып барыу уҙыштарында Паралимпия уйындары чемп. (2010), 12,5 км һәм спринт б‑са донъя чемп. (2011), дөйөм зачётта Донъя кубоктарын яулаусы (2008, 2010—11), биатлон б‑са ҡыуып барыу уҙышында донъя чемпионатының көмөш призёры (2011). Паралимпия уйындарында 10 һәм 15 км уҙыштарҙа чемп., спринт б‑са көмөш призёр (бөтәһе лә — 2010), 15 км уҙышта Паралимпия уйындарының көмөш призеры (2014), саңғы ярышы б‑са донъя чемпионаттарында дөйөм зачётта 10 км уҙышта донъя чемп. (2011), Донъя кубоктарын яулаусы (2007—09, 2011), Рәсәй чемп. (10 тапҡыр, 2006—11), 10 һәм 15 км уҙышта көмөш (2 тапҡыр, 2009; 2011) һәм спринт б‑са бронза призёры (2009, 2011). Еңел атлетика б‑са 100, 200, 400, 800 м һәм 1500 м дистанцияларҙа Рәсәй чемп. (12 тапҡыр, 2006—08). Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы (2006). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2005 й. алып). 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. (2010), 1‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы (2014), “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. (2010), Салауат Юлаев орд. (2014) м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Ноғоманов Б.М. Бәхетең һинең ҡулдарҙа=Нугуманов Б.М. Счастье в твоих руках. Уфа, 2013.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика