ЗАКИРОВ Фәрит Шәрифулла улы (27.3.1952, Өфө), тренер. Саңғы буйынса икебәйге б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1993), СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1973) һәм бөтә Союз категориялы судья (1991). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1980). “Хеҙмәт” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Н.Н.Безносов). Донъя кубогы этабының көмөш (1973), СССР чемпионаттарының бронза (1972, 1974) призёры. Үҫмер спортсылар араһында Европа чемп. (1972), СССР беренселектәре (1970—73) һәм “Кавголово уйындары” халыҡ‑ара ярыштары (Ленинград, 1971) еңеүсеһе. Үҫмерҙәр араһында СССР беренселеге еңеүсеһе (1970). 1975—95 йй. трамплиндан саңғыла һикереү һәм саңғы б‑са икебәйге СДЮШОР‑ы тренеры, 2003 й. алып БДУ уҡытыусыһы, 2008 й. — Юғары спорт оҫталығы мәктәбе (С.‑Петербург) тренер‑уҡытыусыһы. Тәрбиәләнеүселәре араһында И.И.Ғарифуллин, ш. уҡ 12 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.