ЕШТУКОВ Олег Юрьевич (7.7.1976, Өфө), спортсы. Тхэквондо б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (1998). “Олимпиец” спорт клубы (тренеры Р.С.Яхин), 15-се СДЮШОР (тренеры С.Н.Игнатьев) тәрбиәләнеүсеһе, 1995—2000 йй. Уҡыу-күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһай. Рәсәй чемпионаттарының көмөш (1998) һәм бронза (1994, 1996—97, 2000) призёры. Рәсәй Ҡораллы көстәре чемп. (1995, 1997), хәрби хеҙм‑рҙәр араһында донъя чемпионатының көмөш призёры (1995). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1995—2000). 1999 й. алып тренерлыҡ эшендә.  

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика