ЕМЕЛЬЯНОВ Евгений Иванович (27.2.1952, Өфө), тренер. Фехтование б-са РСФСР-ҙың атҡ. тренеры (1989), СССР-ҙың спорт мастеры (1971). РФ-тың (2010) һәм БР-ҙың (1997) атҡ. физик культура хеҙм‑ре. П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин-тын тамамлаған (1979). “Зенит”ДСО-һы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Г.Н.Погадаева, Ю.Ю.Хозиков). “Зенит” ДСО-һының Үҙәк советы чемп. (1971—75). 1973 й. алып “Юлдаш” физик культура йорто тренеры; 1977 й. башлап БР Юғары спорт оҫталығы әҙерлек үҙәгендә эшләй: тренер, 1985 й. алып бүлек мөдире, 1986 й. — дир.; бер үк ваҡытта 1980—85 йй. СССР‑ҙың үҫмер спортсылар йыйылма командаһы тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында 16 СССР спорт мастеры. БР‑ҙың Фехтование федерацияһы президенты (1986 й. алып). 1-се (2006) һәм 2-се (1998) дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалдары, Халыҡтар дуҫлығы (2004), Салауат Юлаев (2016) орд. м-н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика