ЕМЕЛИН Анатолий Анатольевич (3.10.1964, Өфө), спортсы. Шайбалы хоккей б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). А.Н.Емелиндың улы. Урал физик культура акад. тамамлаған (1997). “Салауат Юлаев” СДЮШОР-ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.Н.Денисов, В.П.Чариков). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1981—87, 1988—90), “Лада” (1990—98) командалары, Швеция клубы (1992—93) өсөн уйнай. Европа кубогын яулаусы (1997), Бөтә донъя универсиадаһы чемп. (1989), Милләт-ара хоккей лигаһы чемп. (1994, 1996) һәм уның кубогын яулаусы (1994), Европа суперкубогының (1997), Европа кубогының (1995), Бөтә донъя универсиадаһының (1991), Милләт-ара хоккей лигаһы (1993, 1995) һәм Рәсәй (1997) чемпионаттарының көмөш призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1992—96). Дуҫлыҡ орд. м-н бүләкләнгән (1996). 1998 й. алып тренерлыҡ эшендә.

Тәрж.Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика