ЕЛИСЕЕВ Сергей Иванович (1876, Өфө — 1939, Томск ҡ.), спортсы. Атлетика һөйөүселәр түңәрәге тәрбиәләнеүсеһе (С.-Петербург; тренеры В.Ф.Краевский). Ауыр атлетика б-са Италияла халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (Милан ҡ., 1899), Рәсәй чемп. (1899, 1900), донъя (1903 — профессионалдар араһында) һәм Рәсәй (1898) чемпионаттарының көмөш призёры. Көс күнекмәләрендә 10 тапҡыр донъя рекордсыһы. Уртаса физик мөмкинлектәргә эйә булып (буйы 172 см, ауырлығы 83 кг), 110 кг һәм унан да ауырыраҡ атлеттарҙы еңгән. 1898 й. донъяла беренсе тапҡыр “ҡайсы” ысулы м-н, “немец системаһы”нан (3—4 алымда) айырмалы рәүештә, штанганы күкрәгенә бер генә алымда күтәреп күрһәтә. Е. ҡайһы бер рекордтары оҙаҡ ваҡыт үҙгәрмәй тора: этеп күтәреүҙә — 40 йыл, ике ҡул м-н аҡрын күтәреүҙә — 20 йыл самаһы. 1900 й. алып көс күрһәтеү трюктары атлеты һәм билбау б-са көрәшсе булараҡ Өфө циркында сығыш яһай; үҙенсәлекле номер күрһәтә: һыу м-н тулы мискәне (ауырлығы 124 кг) һауала әйләндереп, баш өҫтөнә күтәрә һәм иҙәнгә ултырта. 1927 й. алып Томск мед. ин-тының, 1934 й. — Томск индустриаль ин‑тының ауыр атлетика секцияһы тренеры. Өфөлә 1960 й. башлап йыл һайын Е. призына ауыр атлетика б-са респ. чемпионаты, 1999 й. алып Е. иҫтәлегенә гер спорты б-са бөтә Рәсәй турниры үткәрелә.

Әҙәб.: Дизенко И.Е. Под кличкой “Атлет”. Өфө, 1982

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика