ДУРНЕВ Виктор Васильевич (14.8.1961, Ырымбур өлк. Ефремово-Зыково а.), спортсы. Ауыр атлетика б-са СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1982). БР-ҙың күренекле спортсыһы (1996). “Батыр” (тренеры Л.Н.Копнин), “Химик” (тренерҙары Г.Л.Аферин, Р.З.Сираев) спорт клубтары тәрбиәләнеүсеһе. СССР чемп. (1982 й. — ырғымда), СССР кубоктарын яулаусы (1982—83 йй. — икебәйгелә), СССР чемпионатының көмөш призёры (1982 й. — күтәреүҙә). Үҫмер спортсылар (1982) һәм үҫмерҙәр (1978) араһында СССР чемпионы. Ярым уртаса ауырлыҡта донъя (1982 й. — ырғымда) һәм СССР (1982 й. — икебәйгелә) рекордсыһы. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1982—84).

Әҙәб.: Дизенко И.Е. Батыры земли башкирской. Уфа, 1983.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018