ДУДОРИН Юрий Дмитриевич (21.9.1932, Өфө – 6.2.1997, шунда уҡ), спортсы. Мотоспорт б-са СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1968). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1993). “Башавтомотоклуб” тәрбиәләнеүсеһе (тренеры С.Г.Устьянцев). Ипподромдағы мотоуҙыштар б-са СССР (1962—65, 1967) һәм РСФСР (1962—66) чемп., СССР чемпионаттарының көмөш (1966, 1970), СССР (1968, 1971) һәм РСФСР (1970) чемпионаттарының бронза призёры; боҙҙағы мотоуҙыштар б-са СССР (1960, 1962, 1965) һәм РСФСР (2 тапҡыр, 1962; 1966—67, 1970) чемпионаттарының көмөш, Европа (1964), СССР (1962, 1964) һәм РСФСР (1965, 1971) чемпионаттарының бронза призёры; мотокросс б-са РСФСР чемп. (1958). Эндуро (күп көнлөк уҙыштар) б-са донъя команда чемпионаттары еңеүсеһе (1958—59). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1958–73).

Н.А.Ермоленко

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018