ДЕМЕНТЬЕВ Дмитрий Николаевич (17.1.1978, Копейск ҡ.), спортсы. Велосипед спорты б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). 2‑се СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе (Копейск; тренеры И.Е.Ивашин), 1993—2004 йй. “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге өсөн сығыш яһай (тренеры Р.Н.Латипов). Төркөмдәр уҙышында Рәсәй чемп. (2000), Рәсәй чемпионаттарының көмөш призёры (1998, 2003), тректағы төркөмдәр уҙышында Рәсәй чемпионатының бронза призёры (1995), халыҡ‑ара ярыштарҙа еңеүсе (Италия, 2000). Үҫмер спортсылар араһында Донъя кубогын яулаусы (1996), Рәсәй чемп. (1995). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1997—2003).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.