ГОЛУБЕВ Сергей Викторович (28.1.1978, Череповец ҡ.), спортсы. Бобслей б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2003). Рәсәй физик культура акад. тамамлаған (Мәскәү, 2003). 2002—06 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн, бер үк ваҡытта 2001—06 йй. Уҡыу‑күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһай (тренеры Р.Ш.Фәйезов). Дөйөм зачётта донъя Кубогын яулаусы (2005—06), 4 урынлы бобслей саналарында Европа (2004) һәм Рәсәй (2002, 2004—05) чемп., донъя чемпионатының (2005) һәм донъя Кубогының (2004) көмөш призёры, донъя (2003) һәм Европа (2006) чемпионаттарының бронза призёры; 2 урынлы бобслей саналарында Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2005) һәм бронза (2001, 2004) призёры. Үҫмер спортсылар араһында донъя беренселегенең көмөш призёры (2001). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2002, 2006). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2000—07). 2011 й. алып Рәсәй ҡатын‑ҡыҙҙар йыйылма командаһы тренеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика