ГЛАДЫШЕВА Светлана Алексеевна (13.9.1971, Өфө), спортсы. Тау саңғыһы спорты б-са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1994). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). “Зенит” ДСО-һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Л.П.Финк), 1987–98 йй. “Динамо” физкультура-спорт йәмғиәте өсөн сығыш яһай (тренеры И.П.Скрябин). Супергигант б‑са Олимпия уйындарының көмөш призёры (1994), Донъя кубогы этабы еңеүсеһе (1996), БДБ (1992) һәм Рәсәй (1995–96) чемп.; тиҙлек м-н төшөү б‑са СССР чемп. (1990–91), донъя чемпионатының (1991) һәм Донъя кубоктары этаптарының (1991–92) бронза призёры; гигант слалом б‑са СССР (1991) һәм Рәсәй (1995, 1998) чемп.; дөйөм зачётта Европа кубогын яулаусы (1992); өсбәйгелә Рәсәй чемп. (1996). Үҫмер спортсылар араһында донъя чемпионаты еңеүсеһе һәм көмөш призёры (1990). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1992, 1994, 1998). СССР (1987 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993–98) йыйылма командалары ағзаһы. Рәсәйҙең Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президенты (2010 й. алып). Халыҡтар дуҫлығы орд. м-н бүләкләнгән (1994).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика