ГЛАДКОВ Александр Серафимович (12.5.1959, Свердловск өлк. Махнёво а.), спортсы. Грек-рим көрәше б-са СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989). “Хеҙмәт резервтары” ДСО-һы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө, тренерҙары В.А.Борман, В.И.Севрюков). РСФСР чемп. (1980—86), СССР чемпионаттарының көмөш (1982) һәм бронза (1989) призёры. Норвегияла (Осло, 1979), Иранда (Тегеран; 1982, 1984, 1986), Югославияла (Белград, 1985), Төркиәлә (Истанбул ҡ., 1988), Чехословакияла (Братислава ҡ., 1989) үткән халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1982—89).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика