ҒИЗЗӘТУЛЛИН Ринат Абдулла улы (4.9.1971, Күмертау ҡ.), спортсы. Бокс б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995). БДПИ‑ны тамамлаған (1994). “Ринг Башкортостана” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе, 1990–93 йй. Уҡыу-күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһай (тренерҙары С.Т.Аслаев, А.Н.Макаров, Р.Х.Фәтҡуллин). Рәсәй чемп. (1992), Король Кубогына халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (Таиланд, 1993). Үҫмер спортсылар араһында СССР беренселектәренең бронза призёры (1988–90). СССР (1990 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993) йыйылма командалары ағзаһы. 2005 й. алып “Ника” үҫмерҙәр клубының (Өфө) тренер-уҡытыусыһы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика