ҒИЗЗӘТУЛЛИН Баязит Хаммат улы (1.7.1936, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Суйынсы‑Супан утары), спортсы. Саңғы ярышы б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1966). “Хеҙмәт” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе. СССР чемп. (1964 — 50 км ярышта, 1971 — эстафетала), РСФСР чемп. (1968 — эстафетала), СССР (1963, 1969 — 50 км ярышта, 1964, 1965 — эстафетала) һәм СССР кубогы (1969 — 50 км ярышта) чемпионаттарының көмөш призёры, СССР чемпионаттарының (1964 — 15 км ярышта, 1965 — 50 км, 1969 — 30 км, 1969—70 — эстафетала) бронза призёры. “Төньяҡ байрамы” халыҡ‑ара ярыштары еңеүсеһе (1971 — эстафетала). Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1964). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1962—71).

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика