ГӘРӘЕВ Илдар Әҙеһәм улы (15.7.1967, Өфө), спортсы. Конькиҙа шыуыу спорты б-са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1986). Хәрби физик  культура ин‑тын тамамлаған (С.-Петербург, 1993). “Буревестник” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Р.М.Әхмәтйәнов). Донъя кубоктарын яулаусы (1989, 1991–92), Европа (1989), СССР (1987, 1991) чемп., СССР (1991) һәм РСФСР (1989) халыҡтары спартакиадалары чемп., донъя чемпионатының бронза призёры (1989). Үҫмер спортсылар араһында донъя чемп. (1985–86), донъя рекордсыһы (1985 й. – 3000 м йүгереүҙә). СССР (1986–91), БДБ (1992) йыйылма командалары ағзаһы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика