“ГЕРКУЛЕС”, 6‑сы балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Өфөлә урынлашҡан. 1968 й. “Г.” үҫмерҙәр клубы нигеҙендә “Г.” ДЮСШ‑ы булараҡ асыла, 1973 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Дзюдо, көрәш, самбо бүлектәре бар. Мәктәптә 500‑гә яҡын кеше шөғөлләнә, 16 уҡытыусы-тренер эшләй (2011). Тәрбиәләнеүселәр араһында В.З.Ғәлиев, Л.Ә.Ғәлиуллина, О.Л.Ляшенко, В.В.Овчинников, В.М.Самсонов, В.Е.Сафонов, А.П.Семёнов, А.Г.Яковлев, ш. уҡ 100‑ҙән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. Мәктәп м‑н М.Х.Бәширов, Ю.М.Вәлиев, С.Р.Кобиашвили, В.А.Пегов, Н.Д.Попов, А.А.Рябов, А.Д.Смолин, Ю.Е.Филиппов, М.М.Әҙеһәмов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика