ГЕОРГИЕВ Александр Сергеевич (17.7.1975, Новгород өлк. Пятилипы ҡсб), спортсы. Халыҡ-ара шашка уйындары б-са халыҡ-ара гроссмейстер (1995), Рәсәй гроссмейстеры (1996). БР-ҙың күренекле спортсыһы (1999). Шашка б-са СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе (С.-Петербург, тренеры С.С.Маньшин). 1999—2004 йй. “Башнефть” шашка клубы өсөн сығыш яһай (тренеры Ю.В.Черток). Классик программа б-са донъя (2002—04, 2006, 2011, 2013), Европа (1995, 2006, 2010), Рәсәй (1994—95, 1997, 2000, 2002, 2005—07, 2009—11) чемп., Бөтә донъя интеллектуаль уйындарының классик программаһы буйынса еңеүсеһе (2008, 2011), тиҙ программа б-са донъя чемп. (1999, 2005, 2008);  блиц б-са донъя чемпионаттарының көмөш (2011) һәм бронза (1999, 2009) призёры. Команда зачётында донъя чемп. (2000, 2005—06). Үҫмер спортсылар араһында донъя чемп. (1992—94). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1992 й. алып).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика