ГАНЧЕНКО Владимир Александрович (7.2.1971, Иркутск ҡ.), спортсы. Бокс б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995). “Ринг Башкортостана” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе, 1989—96 йй. Уҡыу-күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһай (тренерҙары С.Т.Аслаев, А.Н.Макаров). Рәсәй чемп. (1992), БДБ чемпионатының көмөш (1993), СССР (1992) һәм РСФСР (1991) чемпионаттарының бронза призёры. Германияла халыҡ-ара турнирҙа еңеүсе (Галле ҡ., 1992), СССР Ҡораллы Көстәре чемп. (1991). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1992). СССР  (1991), БДБ (1992) һәм Рәсәй (1992—96) йыйылма командалары ағзаһы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика