ҒАБДУЛЛИН Вил Ҡәүи улы (24.5. 1961, Өфө), спортсы. Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1996). ӨНИ‑не (1989), РФ Президенты эргәһендәге Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте акад. (Мәскәү, 2012) тамамлаған. Донъя (24 тапҡыр, 2007—13), Европа (2 тапҡыр, 2011), БДБ (1995), Рәсәй (1997, 2003—07), БДБ Универсиадаһы (1995—96, 2000) чемп., Рәсәй кубоктарын яулаусы (1998—99, 2006— 07), донъя (11 тапҡыр, 2006, 2008— 09, 2011—12), Европа (2011) һәм Рәсәй (1996, 1999—2001) чемпионаттарының көмөш, донъя (1996, 2002, 2011—12), БДБ (1993) һәм Рәсәй (1994—95) чемпионаттарының бронза призёры. С.‑Петербургта (1993), Финляндияла (Турку ҡ., 1998), Швейцарияла (Орби ҡ., 1997—99; Женева ҡ., 2000—01) халыҡ‑ара ярыштарҙа еңеүсе. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1993 й. алып). 2003 й. башлап Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры. БР‑ҙың Көрәш сәнғәте федерацияһы президенты (1999 й. алып).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика