ВИЛКОВ Игорь Иванович (15.4.1957, Бөрө ҡ.), спортсы. Уҡ атыу б-са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1976). “Буревестник” ДСО-һы, Бөрө ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Г.И.Гайтанова, Б.Д.Любимов). Шәхси зачётта СССР (1979), РСФСР (1977), Бөтә союз универсиадаһы (1976) чемп., СССР чемпионатының көмөш (1979), СССР Кубогының бронза (1978) призёры, Польшала (1979) һәм Румынияла (1987) халыҡ-ара турнирҙарҙа еңеүсе. Команда зачётында СССР чемп. (1982), СССР Кубогын яулаусы (1976), Италияла халыҡ-ара турнирҙа еңеүсе (1978). Шәхси зачётта үҫмер спортсылар араһында РСФСР чемп. (1975— 76). СССР, 4 тапҡыр РСФСР (бөтәһе лә — 1978) рекордсыһы. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1978—88).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика