ВӘХИТОВ Азат Марат улы (7.8.1973, Өфө), спортсы. Кикбоксинг б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994), бокс б-са Рәсәйҙең спорт мастеры (1992).  БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). ӨДАТУ спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары А.М.Ермолаев, Р.С.Саяпов). Кикбоксинг б-са Европа (1994; 1995 — профессионалдар араһында), Азия (1994—95), БДБ универсиадаһы (1996) чемпионы. Сават б-са Рәсәй чемп. һәм Европа чемпионатының бронза призёры (1996). Бокс б-са Бөтә Рәсәй универсиадаһы чемп. (1993). Кикбоксинг б‑са Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1994—96).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика