ВЕЛОСИПЕД СПОРТЫ, уҙыш, ярым уҙыш, юл һәм трек велосипедтарында ярыштар. В.с. тигеҙһеҙ урындарҙа, шоссела, тректа уҙышыу, фигуралы йөрөү, велобол һ.б. ҡарай. Респ. В.с. 20 б. 20‑се йй. башынан үҫешә. 1923 й. шоссела велоуҙыштар 1‑се Бөтә Башҡортостан олимпиадаһы программаһына индерелә. 1925 й. Өфөлә В.с. б‑са беренсе секция асыла, 1926 й. 500 м оҙонлоҡтағы юл м‑н велодром булдырыла. 1926 й. Өфө— Ырымбур—Өфө (800 км), 1935 й. Өфө—Новосибирск—Өфө (2550 км), 1936 й. Өфө—Стәрлетамаҡ—Белорет— Мейәс (600 км) велосипедсылар уҙышы үткәрелә. 1937 й. Өфөлә 1‑се Бөтә Башҡортостан велосипедсылар слёты уҙғарыла. 50‑се йй. В.с. секциялары “Буревестник” ДСО‑һы, “Искра” (Өфө), Гастелло Н.Ф. исемендәге стадион, 60‑сы йй. Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы һ.б. эргәһендә эшләй башлай. 1993 й. алып респ. Рәсәй чемпионаттары һәм беренселектәренең күп көнлөк уҙыштары, 1998 й. башлап Өфөлә ир-егеттәр, үҫмер спортсылар һәм үҫмерҙәр араһында шәхси һәм төркөмдәр уҙышы б‑са Рәсәй чемпионаттары һәм беренселектәре үткәрелә. Респ. В.с. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры — РСФСР профсоюздары спартакиадаһы чемп. (1959, 1961, 1965) Ғ.Ғ.Шәһиҙуллина (1959). БАССР йыйылма командаһы — күп көнлөк уҙыштарҙа Урал һәм Себер беренселеге еңеүсеһе (1970). ӨНИ командаһы — “Буревестник” ДСО‑һы Үҙәк советының көмөш (1980), РСФСР чемпионатының бронза призёры (1981); “Ағиҙел” командаһы (Өфө) — күп көнлөк уҙыштарҙа РСФСР чемп. һәм Гвианала үткән халыҡ-ара уҙыш еңеүсеһе (1991), Рәсәй чемп. (1992—94), Рәсәй кубогын яулаусы (1993), Донъя кубогының көмөш призёры (1995). Халыҡ- ара ярыштарҙа юғары һөҙөмтәләргә А.В.Арекеев, А.Б.Бакалов, А.Г. Беспалов, Д.С.Бондаренко, В.Н.Гусев, Д.В.Ғәйнетдинов, Д.Н.Дементьев, В.В.Кокорин, А.В.Колобнев, Р.И.Ҡәйүмов, Е.В.Петров, И.В.Пруцких, И.В.Рыбалко, В.М.Соколов, Д.А.Съёмов һ.б. ирешә. Респ. велосипед спорты буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе, “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге, спорт мәктәптәрендә 16 бүлек бар, уларҙа 2,5 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2011). 1995 й. алып БР В.с. федерацияһы эшләй. В.с. м‑н тренерҙар Р.П.Алексеева, Б.В.Бутюгов, В.В.Евстратов, О.В.Комин, Р.Н.Латипов, М.Н.Пономарёв, И.Г.Пукин, В.М.Силин, А.С. Чернышов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика