ВАСИЛЬЕВ Дмитрий Викторович (26.12.1979, Өфө), спортсы. Трамплиндан саңғыла һикереү б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). Урал физик культура акад. тамамлаған (2002). Трамплиндан саңғыла һикереү б‑са һәм саңғы буйынса икебәйге СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Р.Р.Абраров, А.М.Ҡурамшин), 1998 й. алып Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай. Күп тапҡыр Рәсәй чемп. (1998—2006, 2012), Рәсәй кубоктарын яулаусы (1998, 2001—02), Донъя кубоктары этаптарының көмөш (2001; 2 тапҡыр, 2009; 2012) һәм бронза (7 тапҡыр, 2007—09) призёры, Австрияла халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе (Инсбрук ҡ., 1999). Команда зачётында Бөтә донъя универсиадаһының бронза призёры (1999). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2006, 2014). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1998 й. алып). 

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018