ВАРЛАМОВ Виктор Иванович (28.4. 1948, Петропавловск ҡ.), спортсы. Конькиҙа шыуыу спорты б-са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1975). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1993). ӨАИ‑ны тамамлаған (1976). “Буревестник” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.К.Кяк). Европа (1975), СССР (1974—76), СССР халыҡтары спартакиадаһы (1974), СССР (1975) һәм РСФСР (1973) профсоюздары спартакиадаһы чемп., Европа (1976) һәм СССР (1975—76) чемпионаттарының көмөш, донъя чемпионаттарының (1975—76) бронза призёры. Германияла халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүсе (1976). Донъя (1975 й. — 10000 м йүгереүҙә) һәм СССР (8 тапҡыр, 1975—76 йй. — 5000 һәм 10000 м йүгереүҙә, классик күп бәйгелә) рекордсыһы. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1976). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1973—78).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика