ВАЙЦЕХОВСКИЙ Евгений Владимирович (12.5.1986, Кирово-Чепецк ҡ.), спортсы. Ҡаяға менеү спорты б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2004), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2010). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2005). ӨДНТУ‑ны тамамлаған (2009). 11-се СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе, 2002 й. алып Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры Л.А.Степанова). Донъя чемп. (2005, 2011), донъя Кубогын яулаусы (2005—06, 2008), Европа (2006, 2008) һәм Рәсәй (2004) чемп., донъя кубоктарының көмөш (2004, 2007, 2010) һәм бронза (2009) призёры, Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2003, 2009) һәм бронза (2002, 2008) призёры. Үҫмер спортсылар (2004—05) һәм үҫмерҙәр (2003) араһында донъя беренселектәрендә еңеүсе. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2004 й. алып).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика