ВАГАНОВ Геннадий Викторович (25.11.1936, БАССР‑ҙың Дыуан р-ны Дыуан а.), спортсы. Саңғы ярышы б-са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1965), СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры (1960), Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1993). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин-тын тамамлаған (1967). “Уңыш” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Н.Е.Веремей). Эстафетала Олимпия уйындарының (1960, 1964) һәм донъя чемпионаттарының (1960, 1962, 1964) бронза призёры. СССР чемп. (1960, 1962, 1964 – 15 км ярышта; 1960, 1962—65 – эстафетала), СССР халыҡтары спартакиадаһы (1962 – 15 км ярышта һәм эстафетала) чемпионы. СССР чемпионаттарының көмөш (1964 – 15 км ярышта; 1965 – 30 км) һәм бронза (1963 – 15 км ярышта; 1963, 1964 – 50 км ярышта; 1961 – эстафетала) призёры. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1959—65). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1960).

 Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика